Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Март 2023, 09:16

Ул – уҡыусыларын, уҡыусылары уны ярата

Хәйбулла уҡытыусылары тураһында мәҡәләләр циклын баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы хат - Подольск мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Рахманғолова Рәмзиә Хәйретдин ҡыҙы тураһында

Ул – уҡыусыларын, уҡыусылары уны ярата
Ул – уҡыусыларын, уҡыусылары уны ярата

Хәйбулла уҡытыусылары тураһында мәҡәләләр циклын баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн Подольск мәктәбе уҡыусыһы Линар Ултраҡовтан хат алдыҡ.

"Рахманғолова Рәмзиә Хәйретдин ҡыҙы - минең класс етәксеһе һәм яратҡан тарих уҡытыусыһы. Шулай уҡ ул Ю.А. Гагарин исемендәге кубокка үткәрелгән олимпиада һәм  бөтә Рәсәй олимпиадаһы буйынса куратор булып тора. Рәмзиә Хәйретдин ҡыҙы бик мауыҡтырғыс итеп тарихтан уҡыта. Бер кем дә уның дәрестәрен ҡалдырмай, хатта уҡыуҙа насар өлгәшкән уҡыусылар ҙа предметты аңлай һәм ихлас яуап бирә, ҡыҙыҡһынып һорауҙар бирә.  Ҡайһы саҡта миңә ул беҙҙе үтәнән-үтәгә күреп, һәр уҡыусыға ҡарата айырым алым һайлағандай тойола миңә, сөнки һәр уҡыусы уны ярата. Миңә Рәмзиә Хәйретдин ҡыҙының дәрестәре бик оҡшай. Рәмзиә Хәйретдин ҡыҙы - иң яҡшы уҡытыусы һәм дуҫ, тип иҫәпләйем. Ул иң изге күңелле кеше. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйем!" - тип яҙҙы Подольск ауылы урта мәктәбенең 8-се "а" класс уҡыусыһы Линар Ултраҡов.

Ул – уҡыусыларын, уҡыусылары уны ярата
Ул – уҡыусыларын, уҡыусылары уны ярата
Ул – уҡыусыларын, уҡыусылары уны ярата
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: