Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Март 2023, 11:18

Хәйбуллалар “Бураҡаева уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша

Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда “Бураҡаева уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы башланды. Сара педагогия хеҙмәте ветераны, “Тормош һабаҡтары” программаһы һәм дәреслектәр авторы, “Йәйләү” профилле сменаһы, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр мәктәбе” проекттарының авторы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваға 80 йәш тулыуға арнала.

Унда Яңы Ергән һәм Мәмбәт мәктәптәре уҡытыусылары ла ҡатнаша. Беренсе көн ваҡиғаларға бик бай булды. М.Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары матур сара әҙерләгән. Төшкә тиклем асыҡ дәрестәр һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Төштән һуң фәнни-ғәмәли конференцияның секциялары буйынса эш ойошторолдо, унда ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты һәм эштәрен яҡланы. 

Хәйбуллалар “Бураҡаева уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша
Хәйбуллалар “Бураҡаева уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша
Хәйбуллалар “Бураҡаева уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: