МӘҒАРИФ
24 Март 2023, 15:35

Беҙҙең уҡытыусы – иң яҡшылар иҫәбендә!

"Йыл уҡытыусыһы-2023" конкурсының республика этабы тамамланды. Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә һөнәри педагогик оҫталыҡ конкурстарын ябыу тантанаһы үтте. 1-се Аҡъяр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Нурзилә Йәнтүрина финалға сыҡты һәм тантаналы сарала  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде, шулай уҡ ул «Мин хәҡиҡәтте Ватанымда табам...» номинацияһына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Беҙҙең уҡытыусы – иң яҡшылар иҫәбендә!Беҙҙең уҡытыусы – иң яҡшылар иҫәбендә!
Беҙҙең уҡытыусы – иң яҡшылар иҫәбендә!

"Йыл уҡытыусыһы-2023" конкурсының республика этабы тамамланды. Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә һөнәри педагогик оҫталыҡ конкурстарын ябыу тантанаһы үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, унда беҙҙең райондан өс уҡытыусы ҡатнашты: Подольск ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Дарья Янушкина, Һамар ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Мария Пикалова һәм 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡытыусыһы Нурзилә Йәнтүрина. Нурзилә Шакирйән ҡыҙы финалға сыҡты һәм тантаналы сарала  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде, шулай уҡ ул «Мин хәҡиҡәтте Ватанымда табам...» номинацияһына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!

 

Беҙҙең уҡытыусы – иң яҡшылар иҫәбендә!
Беҙҙең уҡытыусы – иң яҡшылар иҫәбендә!
Беҙҙең уҡытыусы – иң яҡшылар иҫәбендә!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас