Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Март 2023, 15:31

Өфөлә апрелдә “Ҡанатлан” мәктәп форумы уҙа

Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, алты фекер алышыу майҙансығы ойошторола. Унда һәләтле балалар һәм йәштәрҙе үҫтереү, уҡытыусылар белемен баһалауҙағы үҙгәрештәр, балалар баҡсалары менән етәкселек итеү мәсьәләләре ҡарала.

Өфөлә апрелдә “Ҡанатлан” мәктәп форумы уҙа
Өфөлә апрелдә “Ҡанатлан” мәктәп форумы уҙа

Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, сара барышында алты фекер алышыу майҙансығы ойошторола. Унда һәләтле балалар һәм йәштәрҙе үҫтереү, уҡытыусылар белемен баһалауҙағы үҙгәрештәр, яңы мәғариф программалары үтәлеше, балалар баҡсалары менән етәкселек итеү мәсьәләләре ҡарала. “Ҡанатлан” мәғариф форумы Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тәүге тапҡыр 2019 йылда ойошторолдо. Уның һөҙөмтәһе булараҡ мәктәптәрҙә төрлө белем биреү модулдәре барлыҡҡа килде. 

 

Сығанаҡ:https://bash.news/bash/news/197151

Автор:
Читайте нас: