Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
19 Март 2023, 16:41

1-cе Аҡъяр мәктәбендә фәһемле осрашыу үтте

Өфө нефть-техник университеты вәкилдәре уҡыусыларға оҫталыҡ дәрестәре, уйындар уҙғарҙы

1-cе Аҡъяр мәктәбендә фәһемле осрашыу үтте
1-cе Аҡъяр мәктәбендә фәһемле осрашыу үтте

1-се Аҡъяр мәктәбендә 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары өсөн һөнәри йүнәлеш биреү сараһы ойошторолдо. Унда Өфө дәүләт нефть-техник университеты вәкилдәре ҡатнашты.

Программа буйынса уҡыусылар «Бәхет технологияһы - дөрөҫ һайларға өйрәнәбеҙ», «Туҡыма әйберҙәрҙе биҙәү. Биҙәк техникаһы», «Нефтте эҙләүҙә», «Биш минутлыҡ тынлыҡ» (Янғын-ҡотҡарыу узелдары һәм тәүге ярҙам),  «Аҡсаны яҡшылап белеү», «Ғәжәйеп идеяларҙы алға һөрөү һәм рекламалау», «Макарон төҙөүсе» уйындары һәм инженерҙар квизы уҙғарылды. Өфө дәүләт нефть техник университетының Туризм кафедраһы доценты, ҡунаҡхана һәм ресторан сервисы доценты, Өфө дәүләт нефть техник университетының технология һәм кейем констуркциялау кафедраһы доценты, шулай уҡ юғары уҡыу йорто студенттары оҫталыҡ дәрестәре, уйындар үткәрҙе. Уҡыусылар уйындарҙы иғтибар менән тыңлап ҡына ҡалманы, шулай уҡ уйындарҙа әүҙем ҡатнашты һәм һорауҙар бирҙе. Асыҡ ишектәр көнө аҙағында Мәғариф идаралығы начальнигы Нияз Рыҫҡолов сығыш яһаны. Ул ӨДНТУ вәкилдәренә үҙ-ара әүҙем эш иткәндәре һәм уңышлы хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сараның төп маҡсаты техник профилгә өҫтөнлөк биргән уҡыусыларҙы республиканың төп юғары уҡыу йорттарының береһе менән таныштырыу ине. "Асыҡ ишектәр" сараһына 90-дан ашыу кешенең, шулай уҡ ата-әсәләрҙең килеүе ҡыуандыра. 

1-cе Аҡъяр мәктәбендә фәһемле осрашыу үтте
1-cе Аҡъяр мәктәбендә фәһемле осрашыу үтте
1-cе Аҡъяр мәктәбендә фәһемле осрашыу үтте
1-cе Аҡъяр мәктәбендә фәһемле осрашыу үтте
1-cе Аҡъяр мәктәбендә фәһемле осрашыу үтте
1-cе Аҡъяр мәктәбендә фәһемле осрашыу үтте
1-cе Аҡъяр мәктәбендә фәһемле осрашыу үтте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: