Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Март 2023, 21:15

Имтихандарҙы бергәләп тапшырабыҙ!

2-се Аҡъяр мәктәбендә 11-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре  БДИ тапшырыу ҡағиҙәләре һәм процедуралары менән танышты.

Имтихандарҙы бергәләп тапшырабыҙ!
Имтихандарҙы бергәләп тапшырабыҙ!

"Бергәләп тапшырабыҙ. Ата-әсәләрҙең  Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө" бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә 2-се Аҡъяр мәктәбендә 11-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре  БДИ тапшырыу ҡағиҙәләре һәм процедуралары менән танышты.

Рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханында 30-ҙан ашыу ата-әсә һәм район хакимиәте вәкилдәре булды. Имтихан барышында  өлкәндәр уның бөтә процедуралары аша үтте: теркәлеү,  телефондарын һәм шәхси әйбер­ҙәрен тапшырҙы, имтихан алды контролен үтте, бланктар тултырҙы. Рус теленән имтихан ике өлөштән торҙо.  Беренсеһендә 7 задание булһа, икенсе өлөшөндә  йөкмәткеле яуап талап ителде. Ата-әсәләр был заданиеларҙы бер сәғәт эсендә үтәргә тейеш булды.

Акция сығарылыш уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәләренә БДИ-ға әҙерлек менән бәйле артыҡ психологик көсөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итеүгә, имтихан процедураһы менән яҡшыраҡ таныштырыуға йүнәлтелгән.

Сара  ата-әсәләр йыйылышы менән тамамланды.

МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас в