Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
17 Март 2023, 14:58

Спортҡа һөйөү тәрбиәләй

1-се Аҡъяр мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Әнәс Шәрифулла улы Ҡотоев спортты бик ярата һәм был һөйөүҙе уҡыусыларына тапшыра. Ул шулай уҡ саңғыла йөрөү, еңел атлетика, мини-лапта һәм туризм буйынса тренер. Уның күп кенә уҡыусылары район, зона һәм республика ярыштарында призлы урындар яулай

Спортҡа һөйөү тәрбиәләй
Спортҡа һөйөү тәрбиәләй

Яратҡан уҡытыусыларыбыҙ хаҡында мәҡәләләр циклын башлайбыҙ. Рубриканы беренсе булып, 1-се Аҡъяр мәктәбе 6-сы "а" класы уҡыусыһы Зөлхизә Исҡужина аса. 

"Әнәс Шәрифулла улы Ҡотоев - беҙҙең иң яратҡан физкультура уҡытыусыһы. Әнәс Шәрифулла улы спортты бик ярата һәм был һөйөүҙе беҙгә тапшыра. Ул шулай уҡ саңғыла йөрөү, еңел атлетика, мини-лапта һәм туризм буйынса тренер. Уның күп кенә уҡыусылары район, зона һәм республика ярыштарында призлы урындар яулай. Ә мини-лапта буйынса йыйылма команда уның етәкселегендә бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашты. Уҡытыусы беҙгә спорт менән мотлаҡ шөғөлләнергә кәрәк тип йыш әйтә. Спорт ярҙамында ғына кеше сәләмәт, сыҙамлы һәм ныҡ буласаҡ, ти ул. Физик культура дәрестәре бик ҡыҙыҡлы уҙғара: беҙ эстафеталарҙа ҡатнашабыҙ, скакалкала ырғыйбыҙ, туп менән уйнайбыҙ һәм башҡалар. Миңә ҡышҡыһын саңғыла йөрөү бик оҡшай.  Әнәс Шәрифулла улы - энтузиаст һәм походтар яратыусы. Походтарҙа һәм туристик слеттарҙа уның менән ни тиклем яҡшы һәм ышаныслы була. Сөнки төрлө хәлдәр була, ә ҡайһы берҙә бөтөнләй көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуа, ләкин Әнәс Шәрифулла улының тыныслығы һәм ышаныслығы, ә иң мөһиме - юмор тойғоһо дөрөҫ ҡарар табырға ярҙам итте," - тип яҙҙы  Зөлхизә Исҡужина. Әйткәндәй, Зөлхизә - Балалар ижады йорто ҡарамағындағы «Факел» йәш хәбәрселәр берләшмәһе ағзаһы. 

Спортҡа һөйөү тәрбиәләй
Спортҡа һөйөү тәрбиәләй
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: