Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Март 2023, 20:41

Нурзилә Йәнтүрина финалға сыҡты!

Бөгөн баш ҡалала «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсына финалсылары билдәләнде. Улар араһында 1-се Аҡъяр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Нурзилә Йәнтүрина бар. Уңыштар һеҙгә, Нурзилә Шәкирйән ҡыҙы!

Нурзилә Йәнтүрина финалға сыҡты!
Нурзилә Йәнтүрина финалға сыҡты!

Бөгөн М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсына аралаш йомғаҡ яһалды. Балдар суммаһы буйынса 3-сө турҙа ҡатнашыусылар билдәләнде. Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбенән башланғыс кластар уҡытыусыһы Нурзилә Йәнтүрина финалға сыҡты.

Иртәгә бөтә финалистар ҙа «Уҡытыусы-оҫта» тип аталған өсөнсө турҙың тәүге һынауында сығыш яһай: уҡытыусылар Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Уңыштар һеҙгә, Нурзилә Шәкирйән ҡыҙы!

Ә Һамар ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Мария Пикалова һәм Подольск ауылы мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дарья Янушкина ҡатнашыусы дипломдары менән бүләкләнде! Ҡотлайбыҙ!

 

Нурзилә Йәнтүрина финалға сыҡты!
Нурзилә Йәнтүрина финалға сыҡты!
Нурзилә Йәнтүрина финалға сыҡты!
Нурзилә Йәнтүрина финалға сыҡты!
Нурзилә Йәнтүрина финалға сыҡты!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: