Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Март 2023, 22:57

Оҫталар, һәләтлеләр...

Бөгөн Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда биҙәү-ҡулланма һәм техник ижад буйынса "Оҫталар ҡалаһы" ғилми-ғәмәли конференцияһының муниципаль этабы үтте.

Оҫталар, һәләтлеләр...
Оҫталар, һәләтлеләр...

Бөгөн Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда биҙәү-ҡулланма һәм техник ижад буйынса "Оҫталар ҡалаһы" ғилми-ғәмәли конференцияһының муниципаль этабы үтте.

Конкурс матур традицияға әүерелде һәм балалар араһында популярлыҡ яулай. Йыл һайын "Оҫталар ҡалаһы" конференцияһы "Башҡорт баҡыры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә үткәрелә. Быйыл райондың төрлө мәктәптәренән 20 ҡатнашыусы булды. Жюри ҡатнашыусыларҙы 4 йүнәлеш буйынса ике йәш категорияһында баһаланы. Балалар үҙҙәренең эштәрен ҡағыҙҙан, ағастан, ҡул аҫтындағы материалдарҙан, сәйләндән һәм башҡа тәбиғи материалдарҙан күрһәтте. Һәр ҡатнашыусы үҙ проектын лайыҡлы яҡлай алды. Фойела эштәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Шулай уҡ барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Конкурс йомғаҡтары буйынса, кемдер призлы урындар алды, кемдер номинацияға лайыҡ булды.

Оҫталар, һәләтлеләр...
Оҫталар, һәләтлеләр...
Оҫталар, һәләтлеләр...
Оҫталар, һәләтлеләр...
Оҫталар, һәләтлеләр...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: