Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Март 2023, 21:54

Хәйбулла уҡытыусыларына уңыштар теләйбеҙ!

Республика һөнәри конкурстарында ҡатнашыусылар араһында 1-се Аҡъяр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Нурзилә Йәнтүрина, Подольск мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дарья Янушкина, Һамар мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Мария Пикалова  ла бар.

Хәйбулла уҡытыусыларына уңыштар теләйбеҙ!
Хәйбулла уҡытыусыларына уңыштар теләйбеҙ!

2023 йылдың яҙы республиканың күп уҡытыусылары өсөн айырыуса тулҡынландырғыс булды. Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында үткән һөнәри конкурстарҙы асыу тантанаһында 211 уҡытыусы ҡатнашты.

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2023» конкурс марафонына 69 конкурсант ҡатнаша. Улар араһында 1-се Аҡъяр мәктәбенән башланғыс кластар уҡытыусыһы Нурзилә Йәнтүрина ла бар.

«Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурс марафонында 41 кеше, шул иҫәптән 6 ир-егет һәм 35 ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Был конкурста Һамар ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Мария Пикалова  Хәйбулла районы данын яҡлаясаҡ.

Ә 26 педагог, шул иҫәптән Подольск ауылы мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дарья Янушкина «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» исеме өсөн көс һынашасаҡ. Уҡытыусыларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ! Еңеү менән көтәбеҙ!

 

Хәйбулла уҡытыусыларына уңыштар теләйбеҙ!
Хәйбулла уҡытыусыларына уңыштар теләйбеҙ!
Хәйбулла уҡытыусыларына уңыштар теләйбеҙ!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: