Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
12 Март 2023, 22:40

Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ!

Тормошта һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була һәм уны ғүмере буйына хөрмәт итә, рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала, йөрәк түрендә һаҡлай. Мәмбәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыған осорҙағы шундай ике көслө уҡытыусыларым: Амантаева Мәликә Багдат ҡыҙы, Насибуллина Факиһа Һаҙый ҡыҙы тураһында бәйән итеп үтке килә.

Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ!
Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ!

2023 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән педагог Һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Бының маҡсаты булып педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән остазлыҡ эшмәкәрлеген башҡарыусыларҙың айырым статусын таныу тора.
Уҡытыусы - ул белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе ул. Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә ата-әсәнән ҡала уҡытыусының өлөшө бик ҙур.Тик ысын уҡытыусы ғына баланы ярата, аңлай белә, артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала.


Тормошта һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була һәм уны ғүмере буйына хөрмәт итә, рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала, йөрәк түрендә һаҡлай. Мәмбәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыған осорҙағы шундай ике көслө уҡытыусыларым: Амантаева Мәликә Багдат ҡыҙы, Насибуллина Факиһа Һаҙый ҡыҙы тураһында бәйән итеп үтке килә. Уҡытыусылар йылы тип иғлан ителгән йылды, уларҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмерҙәре фәжиғәле рәүештә ваҡытһыҙ өҙөлгән уҡытыусыларымды, иҫкә алып үтһәгеҙ ине...

Башланғыс класта уҡығанда миңә математика ауыр бирелде, йыш ҡына сиреккә "өс" тә сығып ҡуя ине. Уртансы кластарҙа Мәликә апай теманы шул хәтлем һәйбәт, аңға һеңдерерлек итеп аңлата ине. Өстәрем оҙаҡ көттөрмәй ныҡлы "дүрт"тәргә әйләнделәр. Педагогия училищеһенә уҡырға ингәндә лә имтиханды математиканан ,,4" кә бирҙем. Ул уҡыусыларға битараф кеше булманы, һәр береһенә лә бер тигеҙ ҡараны, линейкала тәртип боҙған, ялҡау балаларҙы "бешеп" тә ала торғайны.
Факиһа апай иһә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты.Теманы яйлап, матур итеп аңлатты, ҡабатлауға ныҡлы акцент яһаны, һәр уҡыусының рус теле ҡәғиҙәләрен яттан белеүен талап итте. Шуға ла мин уларҙы хәҙергә тиклем яттан иҫләйем. Рус мөхитендә үҫмәгән, аралашмаған балаларҙы русса һөйләшергә, диктант, инша яҙырға өйрәтеүҙең ни хәтлем ауыр, ҡатмарлы булыуын күҙалларға ғына ҡала. Баштараҡ мин был фәндәрҙе яратып, артабан рус теле уҡытыусыһы булырға ла уйлағайным, аҡ ҡағыҙға текләп тауҙай дәфтәр тикшереү күҙемде тағы ла нығыраҡ боҙор тип, был уйҙан кире ҡайттым. Иманым камил, уларҙы башҡа уҡыусылары ла ихтирам иткәндәрҙер. Быйылғы йылда уҡытыусылар хаҡында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ, бүлешеп китегеүегеҙҙе һорайым.


Үҙем мин 35 йыл тарих фәненән уҡыттым. Эш башлағанда Мәликә, Факиһа апайҙар менән бергә лә эшләнем. Шулай уҡ уҡытыусыларым Солтанов Рәйес Билал улы, Мәрйәм Әмирхан ҡыҙы менән бергә эшләнем. Оҙаҡ йылдар эшләгәс, күп кенә үҙем уҡытҡан уҡыусылар менән дә бергә эшләргә тура килде. Ҡайһы бер уҡыусыларымдың минең эште дауам итеп, тарих уҡытыусылары булып китеүе, минең өсөн оло ҡыуаныс. Башҡарған хеҙмәтеңдең унан да ҙур һөҙөмтәһе юҡтыр донъяла.

Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ!
Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ!
Автор:З. И. Шәкирова. БР мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны.
Читайте нас: