Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Март 2023, 15:02

Аҡъярҙа мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Төҙөлөш «2020-2025 йылдарға ауыл биләмәләрен үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә алып барыла.

Аҡъярҙа мәктәп төҙөлөшө дауам итә
Аҡъярҙа мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Төҙөлөш «2020-2025 йылдарға ауыл биләмәләрен үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә алып барыла.

Мәктәптең дөйөм майҙаны 12 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Федераль һәм республика бюджеттарынан йыһазландырыу һәм мебель менән бергә бөтәһе 1 миллиард һумға яҡын аҡса бүленә.

Был Аҡъяр ауылында һәм эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәрҙең балалары өсөн заманса полилингваль мәктәп буласаҡ. Объекттың генераль подрядсыһы - «Ремстройцентр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Сибай ҡалаһы). Төҙөлөш участкаһы начальнигы Насип Һаҡмаровтың әйтеүенсә, мәктәп яңы уҡыу йылы башланыуға файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әлеге ваҡытта коммуникацияларҙың бөтә системалары һуҙылған, бүлмәләргә йылы бирелгән. Бөтә биш корпуста ла биҙәкләү эштәре алып барыла: плиткалар йәбештерелә, иҙәнгә бетон түшәлә. Шулай уҡ елләтеү, канализация, электр һәм һыу менән тәьмин итеү эштәре алып барыла, биш лифт ҡуйылған.

Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 11-се һанында уҡығыҙ.

Аҡъярҙа мәктәп төҙөлөшө дауам итә
Аҡъярҙа мәктәп төҙөлөшө дауам итә
Аҡъярҙа мәктәп төҙөлөшө дауам итә
Аҡъярҙа мәктәп төҙөлөшө дауам итә
Аҡъярҙа мәктәп төҙөлөшө дауам итә
Аҡъярҙа мәктәп төҙөлөшө дауам итә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: