

Бөгөн район мәктәптәрендә уҙған «Иң мөһиме тураһында һөйләшеүҙәр»ҙә уҡыусыларға уҡытыусының һәм остаздың кеше тормошондағы роле хаҡында һөйләнеләр.
Был дәрестәр Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үтте. Һәр мәктәптә дәрес уҡыусыларҙы Рәсәйҙә педагогикаға ғилми ҡараш булдырыусы Константин Ушинский менән таныштырыуҙан башланды. Педагогиканы үҫтереүгә тап Константин Дмитриевич тос өлөш индерә. Интерактив эш барышында уҡыусылар билдәле рус педагогының әйткән фекерҙәре буйынса фекер алышты. Шулай уҡ уҡыусыларға видеоролик күрһәтелде, ҡыҙыҡлы һорауҙар һәм викториналар менән материалдар таратылды.