Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
2 Март 2023, 09:53

Лилиә Билалова - Башҡортостандың мәғариф отличнигы.

#Айыҡауыл2022 Әбүбәкер ауылы уҡытыусыһы туған мәктәбендә белем бирә

Лилиә Билалова - Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
Лилиә Билалова - Башҡортостандың мәғариф отличнигы.

Лилиә Билалова - Башҡортостандың мәғариф отличнигы. 


Ошо ауылда тыуып үҫкән Лилиә Салауат ҡыҙы тәүҙә Сибай педагогия колледжын, артабан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын ҡыҙыл дипломдарға тамамлай. Әйткәндәй, уларҙың төркөмө – Сибай институтының тәүге “ҡарлуғастары” ла. Ошо уҡ ауыл егетенә кейәүгә сығып, бына инде 29 йыл тыуған ауылында балаларға башланғыс белем бирә. Төрлө йылдарҙа уға завуч, мәктәп директоры вазифалары йөгөн дә тартырға тура килә, әммә кескәй балалар менән эшләү, уларға тәүге хәрефтәр өйрәтеү – уның иң яратҡан эше.
Синтезаторҙа уйнап, үҙе матур йырлаған уҡытыусы мәктәптә вокаль ансамбль ойошторған, уҡыусыларҙың барыһы ла йыр-моң ярата, концерт­тарҙа теләп ҡатнаша. Мәктәптең йәш йырсылары районда үткән төрлө йыр бәйгеләрендә урын ала, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
Ата-әсәләр менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырылған: мәктәптәге бөтә сараларҙа улар ихлас ҡатнаша. “Ҡасандыр ата-әсәһен уҡытҡан уҡыусыларымдың хәҙер балаларына, хатта ейән-ейәнсәрҙәренә һабаҡ бирәм”, – тип йылмая Лилиә Билалова.

Кәримә УСМАНОВА.

#Айыҡауыл2022
#ТрезвоеСело2022
#АуылымУңғандары
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

https://vk.com/abu_sdk

 

Автор:
Читайте нас: