МӘҒАРИФ
2 Март 2023, 04:41

Иң күп китап уҡыған ҡыҙ!

Ул Аҡъярҙан Наҙгөл Карпеева

Иң күп китап уҡыған ҡыҙ!Иң күп китап уҡыған ҡыҙ!
Иң күп китап уҡыған ҡыҙ!

Аҡъяр ауылының балалар моделле китапханаһы балаларҙы китап уҡырға йәлеп итеүҙең төрлө алымдарын ҡуллана.

Әле  һәр ай һайын “Был айҙың иң яҡшы уҡыусыһы” бәйгеһен дауам итеп, һәр ай аҙағында кемдең иң күп китап-журналдар уҡыуын билдәләйҙәр.

Февраль айы йомғаҡтары буйынса 1-се Аҡъяр мәктәбенең 1-се “а” класы уҡыусыһы Наҙгөл Карпеева  иң яҡшы уҡыусы исемен яулаған. Наҙгөл хайуандар,  әкиәт китаптары уҡырға ярата.

 

Детская Модельная-Библиотека

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас