

Аҡъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған бихисап саралар үтте.
Илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер ысулы булып ил һаҡсылары тураһында мәғлүмәт биреү, әңгәмәләр, тематик дәрестәр үткәреү, ветерандар менән осрашыуҙар тора.
Ә быйыл атай-әсәйҙар ярҙамы менән бик матур, сағыу, балаларҙың күнеленә хуш килгән сара - хәрби-патриотик йырҙар бәйгеһе үткәрҙек.
Йәмғеһе 3 төркөм балалар ҡатнашты: "Лилиә", " Нәркәс" мәктәпкә әҙерлек һәм "Ромашка" өлкәндәр төркөмдәре. Бәйгелә ҡатнашыусылар дәртле баҫып маршировкаланы, тәрбиәсенең командаларын теүәл үтәне, исем-девиздарын әйткәндән һуң хәрби-патриотик йырҙарын яңғыратты. Һәр төркөм тышҡы ҡиәфәте, менән айырылып торҙо: "Йәш Шайморатовсы"лар - пилотка менән плащта, ә ҡалғандар - моряктар башлығында һәм махсус яғаларҙа булдылар.
Жюри ағзаһы, Атайҙар ҡоро етәксеһе, Болотин Вячеслав Сергеевич балаларҙы байрам менән ҡотланы, грамота һәм буләктәр тапшырҙы. "Киләсәктә ошо йәш быуын балалары илебеҙҙең ышаныслы һаксылары булырҙар тип ышанабыҙ!"- тип тамамланы сығышын.
Балаларҙың янып торған күҙҙәре, дәртле баҫып атлауҙары, яңғыратып йырлауҙарына ҡарап сара уңышлы үтте тип әйтергә була.