МӘҒАРИФ
23 Февраль 2023, 07:30

15 йәшлек Зөлҡәрнәй парашют менән һикергән!

2-се Аҡъяр мәктәбенең элекке уҡыусыһы Зөлҡәрнәй Зөлҡәрнәевты маҡсатҡа ынтылышлы, тырыш уҡыусы һәм спортсы, рус лаптаһы буйынса ике тапҡыр Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы чемпионы булараҡ күптәр яҡшы белә. Йәш егет  хәрби офицер булырға хыяллана.

15 йәшлек Зөлҡәрнәй парашют менән һикергән!15 йәшлек Зөлҡәрнәй парашют менән һикергән!
15 йәшлек Зөлҡәрнәй парашют менән һикергән!

Бөгөн Зөлҡәрнәй, Хәйбулла районынан күп кенә егеттәр менән бергә, Ишембай ҡалаһында Рәсәй Геройы А.В.Достовалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусының икенсе курсында уҡый. Артабан хәрби академияға уҡырға инергә уйлай.

Зөлҡәрнәй ишле ғаиләлә тәрбиәләнә. Әсәһе өсөн улының уңыштары - ғорурлыҡ, апаһы һәм ҡустыһы өсөн - шатлыҡ! Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан беҙ уның менән осрашып сыҡтыҡ һәм Зөлҡәрнәй үҙенең кадет корпусында уҡыуы, ни өсөн хәрби хеҙмәткә китергә теләүе тураһында һөйләне:

- Һауа-десант әҙерлеге беҙҙә төп предмет булып тора, унда беҙ парашют теорияһын өйрәнәбеҙ һәм уларға нисек идара итергә өйрәнәбеҙ. Шулай уҡ махсус тренажерҙарҙа практик дәрестәр бара. Уҡыуҙа ауырлыҡтар булманы, теорияны яҡшы белеү ярҙам итә. Теоретик белемде практикала ҡулланыу предметтың бөтә нигеҙҙәрен тулыһынса аңлау өсөн ныҡлы нигеҙ бирә.

Быйылғы йылдың феврале минең һәм дуҫтарымдың өсөн тормошондағы мөһим ай булды. Үҙемдең 15 йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, мин самолеттан 800 метр бейеклектә парашют менән һикерҙем. Был минең тәүге һикереүем булды һәм имен-аман ергә төшөүемә ҡыуандым.

Уҡыуҙағы иң ҡыҙыҡлыһы - ул ябай дөйөм белем биреү мәктәптәренән айырыла. Беҙ - кадеттар, һәм үҙебеҙҙең командирға буйһоноу беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора. Кадеттар, йәшенә һәм курсына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт үҙҙәренең тышҡы ҡиәфәтенә иғтибарлы булырға, бер кемде лә үпкәләмәҫкә һәм башҡаларҙы хөрмәт итергә тейеш. Буш ваҡытта хор, бейеү һәм музыка ҡоралдары түңәрәктәренә йөрөй алабыҙ. Тәнәфестә лә музыка кабинетына инеп, гитарала уйнарға мөмкин.

Беҙҙең кадет корпусында хәрби-десант йолалары хаҡында белдем, һәм хатта уларҙың ҡайһы берәүҙәрендә ҡатнаштым. Беренсе курста беҙҙә 35 саҡрымлыҡ йәйәүлеләр өсөн марафон булды. Ошо һынауҙы үтеп, иң яҡшы хис-тойғоларҙы тойҙом һәм был минең түҙемлелеккә тикшереү булды, тип әйтергә була. Шулай уҡ ҡышҡыһын 50 саҡрымға саңғы марафоны үткәрелде.

Үҙемдең взводта мин командир урынбаҫарымын, бик тиҙҙән сираттағы исемде - вице-сержантты аласаҡмын. Киләсәктә хәрби офицер булырға теләйем. Ни өсөн хәрби булырға теләйем? Сөнки миңә хәрби тематика, шулай уҡ Тыуған илдең патриоты булыуы оҡшай. Әммә мин хәрби кешенең ғүмере еңелдән түгеллеген беләм һәм аңлайым, ул күп ауырлыҡтар аша үтә, һәм мин уларҙы һөнәрем хаҡына еңеп сығырға әҙермен. Минең һайлауым илгә кәрәк, уның киләсәге лә ошоға бәйле, һәм беҙ ошондайҙар күп булыр тип ышанам.

Минең менән бергә дуҫтарым, Аҡъярҙан Данияр Торомтаев, Искәндәр Иҫәнъюлов, Вадим Күсәков һәм башҡалар уҡый, улар миңә төрлө яҡлап ярҙам итә. Мин йәш быуынға киләсәккә дөрөҫ юл һайлауҙарын теләйем. Үҙ тормошонда күп нәмәгә өлгәшкән кешеләрҙән өлгө алығыҙ, яҡшырыр өсөн ваҡыт бүлегеҙ һәм файҙалы белемдәр туплағыҙ, - ти маҡсаты йәш егет.

Автор:Г.Ниғмәтуллина, "Нур" йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы педагогы
Читайте нас