МӘҒАРИФ
21 Февраль 2023, 15:37

Туған телебеҙгә, башҡорт мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү уята

"Һәр бер кеше был тормошта уҡытыусы була аламы икән? Минең уйлауымса, юҡтыр, сөнки был бөйөк һөнәргә сабыр холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан кешеләр генә лайыҡтыр.Шундай ул- ошо сифаттарға эйә булыусы, минең яратҡан Татыр-Үҙәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Назарова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы.Көн һайын иртәнсәк яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, күңелебеҙҙә туған телебеҙгә, башҡорт мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү уята.Талапсан, заманаға ярашлы дәрестәр үткәрә. Дәрестәре фәһемле, файҙалы, ҡыҙыҡлы, күңелле үтә. Ул беҙҙе, әсәй кеүек, ҙур тормошҡа әҙерләй, төплө кәңәштәр бирә." - тип яҙа уҡыусылар.

Туған телебеҙгә, башҡорт мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү уятаТуған телебеҙгә, башҡорт мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү уята
Туған телебеҙгә, башҡорт мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү уята

Уҡытыусы... Күпме мәғәнә, аң, балаларға һәм бар кешегә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә.


Һәр бер кеше был тормошта уҡытыусы була аламы икән? Минең уйлауымса, юҡтыр, сөнки был бөйөк һөнәргә сабыр холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан кешеләр генә лайыҡтыр.
Шундай ул- ошо сифаттарға эйә булыусы, минең яратҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Назарова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы.
Көн һайын иртәнсәк яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, күңелебеҙҙә туған телебеҙгә, башҡорт мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү уята.
Талапсан, заманаға ярашлы дәрестәр үткәрә. Дәрестәре фәһемле, файҙалы, ҡыҙыҡлы, күңелле үтә. Ул беҙҙе, әсәй кеүек, ҙур тормошҡа әҙерләй, төплө кәңәштәр бирә.
Яратҡан уҡытыусым бәләкәй саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялланған. Үҙе һөйләүенсә, хатта башланғыс кластарҙа уҡыған саҡта, дәрестән һуң ҡайтҡас, “мәктәп” уйнаған, журналға бөтә класташтарына баһа ҡуйған. Күбенеһенә “5” билдәһе, ә ҡайһы берҙәренә хатта “2” билдәһе лә сәпәгән.
Хәйбулла районының Целинный ауылында мәктәпте тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһының институтына башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә.
1993 йылдан алып, Татыр-Үҙәк мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәрен өйрәтә.
Гөлназ Әнүәр ҡыҙы үҙ эшенең оҫтаһы. Тәрән белемле, ижади эшләүсе оҫта педагог. Бының дәлилдәре булып, уҡытыусыма бирелгән бик күп грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙары күрһәтә.
Барлыҡ бөйөк башҡорт шәхестәре кеүек, уҡытыусым милләтебеҙ араһында ғилемде күтәреү яҡлы. Уның уҡыусылары йыл һайын төрлө ижади конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урын яулай.
Үҙе кеүек туған телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, сәнғәтен белеп, юғары мәҙәниәтле, белемле, тырыш һәм әүҙем булһындар өсөн бөтә тырышлығын һалып, белем бирә алыуы менән Гөлназ Әнүәр ҡыҙының юлын дауам итеүсе уҡыусылары ла бар. Шулар рәтендә минең апайым Уралиә. Мәктәпте тамамлағанда уның ҡайҙа барыуы көн кеүек асыҡ ине. Ул беҙгә: “Мин Гөлназ Әнүәр ҡыҙы һымаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булғым килә,”-тине. Һәм һүҙендә тороп, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына уҡырға инеп, 2-се курста уңышлы ғына белем ала.
Уҡытыусыбыҙ бөгөнгө һәм кисәге уҡыусыларының уңыштарына ҡыуана. Һәр кемебеҙгә изге теләктәр генә теләп, тормош юлыбыҙ матур булыуына инана.
Бәлки, киләсәктә, мин дә уҡытыусым, апайым һайлаған юлдан китермен.


Татыр-Үҙәк мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы
Айгизә Ҡарабаева.

Туған телебеҙгә, башҡорт мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү уята
Туған телебеҙгә, башҡорт мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү уята
Туған телебеҙгә, башҡорт мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү уята
Автор:
Читайте нас