МӘҒАРИФ
21 Февраль 2023, 16:20

Белем генә түгел, тормош дәресе лә бирә

   

Белем генә түгел, тормош дәресе лә бирәБелем генә түгел, тормош дәресе лә бирә
Белем генә түгел, тормош дәресе лә бирә

"Уҡытыусыға үҙенең фәненә һөйөү уятып, балаларҙы белем тауына етәкләп мендереү, оло тормошҡа әҙерләү кеүек киң яуаплы эш йөкмәтелгән. Ниндәй генә бала булмаһын, уҡытыусы уларҙы яратырға, һәр береһенә тигеҙ ҡарарға тейеш. Мәктәптәге уҡытыусыларҙың береһен дә айырып ҡарап булмай, бөтәһен дә тигеҙ яратабыҙ. Шуларҙың береһе тураһында яҙып китмәксемен.
Ул – Исҡужина Дилбәр Абрар ҡыҙы, беҙҙе 5-се кластан бирле етәкләй, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡытыусы булараҡ, талапсан, заманаға ярашлы итеп уҡыта, ә класс етәксеһе булараҡ, ул кәңәшсебеҙ, икенсе әсәбеҙ тип әйтһәк тә була. Ата-әсәләргә, ололарға һәм кескәйҙәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Ҡыйын саҡтарҙа ярҙам ҡулы һуҙыусы. Класта уҡыусылар күп булһа ла, һәр беребеҙгә ярарға, һәр беребеҙҙе ишетергә тырыша. Уның түҙемлелегенә мин һоҡланам ғына. Уның һәр дәресе фәһемле, файҙалы, ҡыҙыҡ, күңелле үтә. Һәр кәңәштәрен мин ихлас күңелдән тыңлайым, сөнки тормошта ул кәрәк буласаҡ. Уҡытыусыбыҙ һәр кемебеҙҙең тормош юлы матур булыуын, һәм тик изге теләктәр генә теләй. Шундай уҡытыусы беҙҙең класс етәксеһе булғаны өсөн мин бик шатмын.Уға алдағы тормошонда уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем" - ти уҡыусыһы Гүзәлиә Илембәтова.

Автор:
Читайте нас