

2022 йыл өсөн «Хеҙмәт шарттарын һәм уны һаҡлауҙы иң яҡшы ойоштороу» республика конкурсы йомғаҡтары буйынса Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы 3-сө урын яуланы!
Өфөлә 2022 йыл өсөн «Хеҙмәт шарттарын һәм уны һаҡлауҙы иң яҡшы ойоштороу» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурста республиканың 200-ҙән ашыу ойошмаһы ҡатнашты. Мәғариф учреждениелары, ғәҙәттәгесә, конкурстың иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе. «Мәктәпкәсә һәм башланғыс дөйөм белем биреү» төркөмөндә: һөҙөмтәлә «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы 3-сө урынға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!!!