МӘҒАРИФ
20 Февраль 2023, 16:56

Башҡорт теле аша ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләй

      

Башҡорт теле аша ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләйБашҡорт теле аша ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләй
Башҡорт теле аша ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләй

"Беҙҙең мәктәптә тик профессионал, эштәрен яратҡан, бөтә күңелен биреп эшләгән уҡытыусылар эшләй! Шуларҙың береһе - беҙ хөрмәт иткән туған тел уҡытыусым Ишбулатова Гөлшат Иштимер ҡыҙы! Уны Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән тәбрикләйем. Беҙ уның дәрестәрендә бихисап ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алабыҙ, ихлас фекер алышабыҙ. Һәр бер дәрес үҙенсәлекле, ҡыҙыҡ үтә. Гөлшат Иштимер ҡыҙы, тик һеҙҙең дәрестәрегеҙҙә башҡорт теленә һөйөү, ихтирам тойғоһо бирелә һәм башҡорт рухы тәрбиәләнә! Һеҙҙең бик күп уҡыусыларығыҙ төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа лайыҡлы призлы урындар яулайҙар. Гөлшат Иштимер ҡыҙы, һеҙгә һаулыҡ, именлек, яңынан-яңы үрҙәр теләйем. Рәхмәт!" - тип яҙа 1-се Аҡъяр урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы "б" классы уҡыусыһы Бәхтинур Вәлитов.

Башҡорт теле аша ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләй
Башҡорт теле аша ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләй
Автор:
Читайте нас