

"Беҙҙең Маҡан урта мәктәбендә иң яҡшы уҡытыусылар эшләй. Шуларҙың береһе, мин хөрмәт иткән башҡорт теле уҡытыусыһы - Юлай Хәмзә улы Юнысов. Остазымдың уҡыусылары башҡорт теле буйынса республика, район олимпиадаларында призлы урындар яулайҙар, шиғыр һөйләү бәйгеләрендә уңышлы сығыш яһайҙар. Юлай Хәмзә улы алып барған дәрестәр әле лә хәтеремдә. Дәрестә бик күп мәғлүмәттәр алып, матур итеп башҡортса һөйләшә инек. Иң мөһимҽ Юлай Хәмзә улы беҙҙең менән тиң аралашып, аңлашылмаған темаларҙы еренә еткереп аңлатты, башҡорт теленә һөйөү, ғорурлыҡ тәрбиәләне. Шиғыр һөйләү бәйгеләрендә ихлас ҡатнашыуым иҫемдә ҡалған. Һеҙ биргән белем әле уҡып йөрөгән уҡыу йортонда миңә ярҙам итә, барыһы өсөн Юлай Хәмзә улы һеҙгә рәхмәтемде белдерәһем килә! Яратҡан уҡытыусыма һаулыҡ, бәхет, эшендә артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ", - тип Вилена Килдебаева.