МӘҒАРИФ
18 Февраль 2023, 13:32

Яратҡан уҡытыусыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ!

   

Яратҡан уҡытыусыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ!Яратҡан уҡытыусыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ!
Яратҡан уҡытыусыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ!

"Дәүләтбирҙина Гүзәлиә Марат ҡыҙын Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотлайым! Ул иң изгелекле, ғәҙел, иғтибарлы, яғымлы уҡытыусы. Туған теле дәрестәрен бик ҡызыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрҙе. Беҙҙе һәр бер дәрестә уған телебеҙ - башҡорт теленең матурлығы, байлығы, нескәлектәре менән таныштырҙы. Һәр бер бала үҙенең туған телен яратырға һәм белергә, уның менән ғорурланырға тейеш тип беҙҙе өйрәтте ул. Мин уҡытыусым, Гүзәлиә Марат ҡыҙы менән төрлө-төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар алдыҡ. Иң иҫтә ҡалғаны 2021 йылда “Йәйләү” онлайн-смена лагерында ҡатнашҡаныбыҙ. Беҙ унда бергәләп уҡытыусым менән дә, атай-әсәйем менән дә ҙур теләк менән ҡатнаштыҡ. Мин уҡытыусыма биргән белемдәре өсөн, миндә яҡшы сифаттар тәрбиәләгәне өсөн, туған башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгәне өсөн рәхмәтлемен. Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән!" -ти  Подольск урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Ралина Хәсәнова.

Яратҡан уҡытыусыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ!
Яратҡан уҡытыусыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ!
Яратҡан уҡытыусыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ!
Автор:Ралина Хәсәнова, Подольск урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7- се класс уҡыусыһы
Читайте нас