

Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен үткәреү процедураһы менән танышыу маҡсатында Бүребай ауылы мәктәбенә район мәктәптәренең 4-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре (законлы вәкилдәре) йыйылды. "Ата-әсәләр өсөн Бөтә Рәсәй тикшереү эштәренең берҙәм көнө" акцияһын уҙғарыуҙы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа аудиторияларға бүленде. Педагог-ойоштороусылар, Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен үткәреү тәртибенә ярашлы, уҡыусыларҙың ата-әсәләренең тирә-яҡ донъя буйынса белемдәрен тикшерҙе. Йыйылышта ата-әсәләр был эштәрҙең уҡыусылар башҡара алыуын, йәш критерийҙарына тап килеүен билдәләне. Тикшереүҙән һәм һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәндән һуң, ошо предмет буйынса тикшереү эштәрен башҡарғанда ҡатмарлыҡтарҙы асыҡлау һәм анализлау өсөн эштәр менән бланктарҙы ҡатнашыусыларға таратылды.