МӘҒАРИФ
18 Февраль 2023, 09:25

Афарин, Кәрим!

Сиҙәм мәктәбе уҡыусыһы Кәрим Әбделнасиров "Ж.Кейекбаевтың "Туғандар һәм таныштар" романында фразеологизмдарҙың ҡулланылышы" тигән тикшереү эше (етәксеһе Р.Ә. Фәйзуллина) менән сығыш яһап, Стәрлетамаҡта уҙған "XV Кейекбаев уҡыуҙары" республика фәнни-ғәмәли конференцияһында 3-сө урын яуланы!

Афарин, Кәрим!Афарин, Кәрим!
Афарин, Кәрим!

Бөгөн 17 февралдә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ж. Кейекбаев исемендәге Башҡорт гимназияһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған  "XV Кейекбаев уҡыуҙары" республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды.

Был мәртәбәле сараға республиканың төрлө төбәктәренән тыш,  Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән ҡатнашыусылар йыйылды. Конференцияны тантаналы асҡандан һуң ун секция үҙенең эшен башланы.

1-се секция  Ж. Кейекбаевтың тормошона һәм ижадына арналды. Ошо секцияла Сиҙәм мәктәбе уҡыусыһы Кәрим Әбделнасиров "Ж.Кейекбаевтың "Туғандар һәм таныштар" романында фразеологизмдарҙың ҡулланылышы" тигән тикшереү эше (етәксеһе Р.Ә. Фәйзуллина) менән сығыш яһап, 3-сө урын яуланы.

Афарин, Кәрим!
Афарин, Кәрим!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас