МӘҒАРИФ
18 Февраль 2023, 15:00

Аҡъяр уҡыусылары моряктар менән осрашты

Улар араһында Яңы Ергәндән III ранг капитан Раил Рәхмәтов бөгөнгө көндә “Александр Невский” атом һыу аҫты ракета крейсерында хеҙмәт итә

Аҡъяр уҡыусылары моряктар менән осраштыАҡъяр уҡыусылары моряктар менән осрашты
Аҡъяр уҡыусылары моряктар менән осрашты

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары бөгөнгө көндә  “Александр Невский” атом һыу аҫты ракета крейсерында хеҙмәт иткән III ранг капитан Раил Рәхмәтов, элекке моряк Рәмил Байсурин һәм Хәйбулла районы буйынса  БР диңгеҙ йыйылышы филиалы рәйесе Фаил Бикбов менән осрашты.

Рәсәй Ҡораллы көстәр сафында хәрби хеҙмәт тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә балаларҙы ҡыҙыҡһындырҙы, улар был турала үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Уҡыусылар ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт белдереп, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланылар.

 

МАОУ СОШ №2 С.АКЪЯР

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас