

Бөгөн 17 февралдә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ж. Кейекбаев исемендәге Башҡорт гимназияһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған "XV Кейекбаев уҡыуҙары" республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды.
Был мәртәбәле сараға республиканың төрлө төбәктәренән тыш, Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән ҡатнашыусылар йыйылды. Конференцияны тантаналы асҡандан һуң ун секция үҙенең эшен башланы.
1-се секция Ж. Кейекбаевтың тормошона һәм ижадына арналды. Ошо секцияла Сиҙәм мәктәбе уҡыусыһы Кәрим Әбделнасиров "Ж.Кейекбаевтың "Туғандар һәм таныштар" романында фразеологизмдарҙың ҡулланылышы" тигән тикшереү эше (етәксеһе Р.Ә. Фәйзуллина) менән сығыш яһап, 3-сө урын яуланы.