

Әүҙем тормош алып барыу менән бер рәттән, ижади балалар тәрбиәләнә беҙҙең ауыл мәктәбендә. Һәр уҡыусы күңеленә ятҡан шөғөл табып, төрлө түңәрәктәргә ихлас йөрөй. Бигерәк тә «Йәш рәссамдәр” һәм “Оҫта ҡулдар” түңәрәктәрен ярата улар. Мәктәптең икенсе ҡаты ысын мәғәнәһендә галлереяны хәтерләтә. Күҙҙең яуын алырлыҡ картиналар, ҡул эштәренән ҡышҡы мөғжизә иленә илткән матур композициялар, гипстан эшләнгән серле ҡумталар, төрлө материалдан эшләнгән шыршылар, кейеҙҙән баҫылған бик күп панно, милли кейемдәге ҡурсаҡтар һәм кейеҙҙән һуғылған стилләштерелгән милли костюмдар биҙәй. Балалар ҙа, уларҙың етәксеһе Нәйлә Рәхимйән ҡыҙы ла төрлө район, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге ижади конкурстарҙың даими еңеүселәре. Мәҫәлән Саръян Билалов Йәшел планета Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яулап, республика башлығы Радий Фәрит улының ҡулынан грамота һәм ҡиммәтле бүләк алды. ЮНЕСКО үткәргән Урал Батыр һүрәттәр конкурсында ҡатнашып та призёр булды мәктәп уҡыусылары. Ҡаҙаныштары бик күп. Насар ғәҙәттәргә, яман эштәргә ылығырға ваҡыты ла, теләге лә юҡ беҙҙең балаларҙың. Артабан да һынатмаҫтар, юғары уңыштарға өлгәшеп, лайыҡлы кешеләр булып үҫерҙәр, тип ышанабыҙ!
Сығанаҡ: Айыҡ ауыл -2022" - Әбүбәкер ауылы