МӘҒАРИФ
15 Февраль 2023, 16:09

Йәйге лагерға заявка ҡабул ителә

Юллама хаҡын ҡаплау өсөн махсус сайт аша ғариза ебәрергә кәрәк. Әлегә иң күп ғаризаларҙы Аҡъяр һәм Бүребай, Степной, Атингән, Маҡан ауылдары ата-әсәләре тарафынан бирелгән.

Йәйге лагерға заявка ҡабул ителәЙәйге лагерға заявка ҡабул ителә
Йәйге лагерға заявка ҡабул ителә

Район мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Башҡортостан Республикаһының ялға һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәренә мохтаж булған һәм улар менән файҙаланған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпкә алыу» дәүләт мәғлүмәт системаһы порталы аша ата-әсәләрҙән (законлы вәкилдәренән) 300 ғариза килгән.

Путевканың хаҡы 21945 һум булһа, ата-әсә (законлы вәкил) 6583,50 һум түләй, ҡалған сумма - республика ҡаҙнаһынан субсидия 15361,50 һум тәшкил итә. 2023 йылдың 15 февраленә 300 ғаризанан 130-ы, ваҡытында тулмауы сәбәпле, кире ҡағылды. Бөгөнгө көнгә «Аҡсарлаҡ» балалар һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында 2 сменаға субсидияланыусы путевкалар лимиты бөткән. Бер сменаға 37 юллама ҡалды. 3 сменаға - 63 юллама. Путевка хаҡын өлөшләтә түләү шарты менән юллама алыу һәм смена хаҡын 30+70% программаһы буйынса ҡаплау өсөн ошо сайт (https://rest.edu-rb.ru) аша ғариза ебәрергә кәрәк.

Иғтибар! Хөрмәтле ата-әсәләр, ғариза тапшырыр алдынан баланың анкетаһына беркетелгән документтарҙың актуаллегенә инанығыҙ: скан йәки бала уҡыған урындан фотобелешмә, законлы вәкил скан йәки паспорты йәки уның тыуыу тураһында таныҡлыҡтың фотоһы, йәки фотонан беренсе биттәге баланың сканы йәки паспортының фотоһы. Быны  "Мои дети" - "Редактировать данные ребенка" бүлегендә эшләргә мөмкин. Дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр биреү заявканы кире ҡағыу сәбәбе булыуы мөмкин. Балаларҙың ялын һәм сәләмәтләндереүен ойоштороуға бушлай путевка алыу өсөн бөгөнгө көнгә ата-әсәләрҙән (законлы вәкилдәрҙән) 111 ғариза теркәлгән, уларҙың ғаиләләре 73 путевка лимиты менән аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индерелгән. Әлегә иң күп ғаризаларҙы Аҡъяр һәм Бүребай, Степной, Атингән, Маҡан ауылдары ата-әсәләре тарафынан бирелгән.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас