МӘҒАРИФ
15 Февраль 2023, 08:24

Хәйбулла мәктәптәрендә батырлыҡ дәрестәре үтте

   

Хәйбулла мәктәптәрендә батырлыҡ дәрестәре үттеХәйбулла мәктәптәрендә батырлыҡ дәрестәре үтте
Хәйбулла мәктәптәрендә батырлыҡ дәрестәре үтте

15 февраль - Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнө. Был дата - символик мәғәнәгә эйә. Унда ил мәнфәғәттәрен яҡлап ғүмерен биргән антҡа, хеҙмәт бурысына тоғролоҡ, һалдат һәм офицерҙарҙың фронт туғанлығы сағылды. Район мәктәптәрендә уҡыусылар өсөн батырлыҡ дәрестәре, "Иң мөһиме тураһында һөйләшеүҙәр", хәрби хәрәкәт ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар ойошторола.

Мәҫәлән, 2-се Аҡъяр мәктәбендә Афған һуғышында ҡатнашыусылар, Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары менән осрашыу үтте. Яңы Ергән ауылы мәктәбе уҡыусыларына локаль конфликттарҙа ҡатнашҡан ауылдаштары - интернационалисттар тураһында һөйләнеләр. Маҡан ауылы мәктәбендә 8-11-се кластар уҡыусылары Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы менән осрашты.

Балалар Афған һуғышы тураһында документаль фильм ҡараны, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт итеүсе ветерандарҙың хәтирәләрен тыңланы, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Осрашыуҙар барышында шулай уҡ хәҙерге йәштәргә патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләре тикшерелде.

Хәйбулла мәктәптәрендә батырлыҡ дәрестәре үтте
Хәйбулла мәктәптәрендә батырлыҡ дәрестәре үтте
Хәйбулла мәктәптәрендә батырлыҡ дәрестәре үтте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас