МӘҒАРИФ
9 Февраль 2023, 10:03

Һөнәремде һайлағанда яңылышманым

Лилиә Торомтаева 40 йылдан ашыу Ивановка мәктәбендә белем бирә

Һөнәремде һайлағанда яңылышманымҺөнәремде һайлағанда яңылышманым
Һөнәремде һайлағанда яңылышманым

Бына дүрт тиҫтә йыл инде һәр иртә класс ишеген асып: “Һаумыһығыҙ, балалар! Ә хәҙер дәресте башлайбыҙ...”, тигән ғәҙәти һәм ябай һүҙҙәрҙән эшен башлай Лилиә Рәхимйән ҡыҙы. Башҡорт педагогия институтының физика-математика  факультетын тамамлаған  уҡытыусы хәҙер инде элекке уҡыусыларының ейәндәренә белем бирә.

--Ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ, тип һорайһығыҙ. Быға бала саҡтан нигеҙ һалынған тип уйлайым. Ҡартатайым,  Ҡашҡар ауылынан Вилдан Бураншин, ваҡытында указлы мулла була. Ул Зәйнулла ишан менән бергә белем ала. Шуғалыр әсәйем уҡымаһа ла бик аҡыллы, үткер фекерле кеше булды. Атайым грамоталы ине. Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек. Иң кесе ҡустым ғына мәктәпкә бармаған ине. Ә ҡалған бишебеҙгә атайым уҡыуҙарыбыҙы күҙәтеп, алған билдәләргә баһа биреп, үҙенә күрә бер ғаилә “педсоветы” үткәрә ине. Бәлки шуғалыр, апайым да, үҙем дә уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ. Апайым,   Әлфиә Юнысова, 35 йыл Әбеш мәктәбендә белем бирҙе.  Мин иһә уҡып бөткәс, 1981 йылда Ивановка мәктәбенә килдем һәм ошонда кейәүгә сығып, кем әйтмешләй, эшкә лә, тормошома ла таш булып баттым”,--тип әңгәмәне башланы Лилиә Рәхимйән ҡыҙы.

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас