МӘҒАРИФ
8 Февраль 2023, 15:18

Башҡортостан тарихын уҡытыу буйынса яҡынса программа әҙерләүгә конкурс иғлан ителде

     

Башҡортостан тарихын уҡытыу буйынса яҡынса программа әҙерләүгә конкурс иғлан ителдеБашҡортостан тарихын уҡытыу буйынса яҡынса программа әҙерләүгә конкурс иғлан ителде
Башҡортостан тарихын уҡытыу буйынса яҡынса программа әҙерләүгә конкурс иғлан ителде

«Башҡортостан тарихы»н уҡытыу буйынса концепция һәм яҡынса дөйөм белем биреү программаһын әҙерләүгә конкурс иғлан ителгән. Унда айырым авторҙар ҙа, 2-5 кешенән торған авторҙар коллективы ла ҡатнашырға мөмкин.

«Башинформ» агентлығына республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 20 февралгә тиклем ҡабул ителә. Документтарҙы registoriyarb@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк (Өфө, Минһажев урамы, 120, 213-сө бүлмә).

Конкурс ике этапта уҙғарыла. Беренсе этап ағымдағы йылдың 17 мартына тиклем дауам итә (Башҡортостан тарихын уҡытыу концепцияһы проекттарын һайлап алыуҙы үҙ эсенә ала).

Икенсе этап 2023 йылдың 10 апреленә тиклем бара. Ул Башҡортостан тарихын уҡытыуҙың яҡынса белем биреү программаһын әҙерләүҙе күҙ уңында тота.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.

 

фото һәм сығанаҡ:"Башинформ".

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас