

Йыл һайын 8 февралдә Рәсәй фәне көнө билдәләнә. Хәйбулла районының белем биреү ойошмаларында был көнгә арналған саралар үтте. Мәктәптәрҙә тематик саралар ойошторолдо, улар уҡыусыларға ғилми тикшеренеүҙәр һәм асыштар донъяһына сумырға мөмкинлек бирҙе. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән викториналар систе, фильмдар ҡараны һәм әңгәмәләрҙә ҡатнашты. Бәлки, яҡын арала Рәсәй фәнендә Хәйбулла районы ғалимдарының исемдәре яңғырар әле, тип ышанабыҙ.