МӘҒАРИФ
6 Февраль 2023, 07:20

Уҡыусыларға мәктәп биләмәһендә эшләүҙе кире ҡайтаралар

Уҡыусыларға мәктәп биләмендә эшләүҙе һәм класс иҙәнен йыуыуҙы ҡайтарырға кәрәк тип ҡануниәткә үгәрештәр индерергә ниәтләйҙәр.

Уҡыусыларға мәктәп биләмәһендә эшләүҙе кире ҡайтараларУҡыусыларға мәктәп биләмәһендә эшләүҙе кире ҡайтаралар
Уҡыусыларға мәктәп биләмәһендә эшләүҙе кире ҡайтаралар

«Мәғариф тураһында»ғы федераль законға инициатива авторҙары «хеҙмәт менән тәрбиәләү» төшөнсәһен өҫтәргә теләй. Дәүләт думаһының мәғариф буйынса комитеты аппаратында аңлатыуҙарынса, бындай хеҙмәт тәрбиәһе, тәү сиратта, класс, мәктәп буйынса дежурлыҡ һәм мәктәп яны биләмәләрендә эшләүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты башлығы Ольга Казакова һүҙҙәренсә, ата-әсәләрҙең күбеһе баланы хеҙмәт менән тәрбиәләү, хеҙмәткә дөрөҫ мөнәсәбәт тыуҙырыу яҡлы.
«Яңылыҡтар – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» төркөмөндә беҙ ҙә һораулама үткәргәйнек.
Яуап биреүселәрҙең 83.97% был ҡарарҙы хуплай, 16.03% бала мәктәпкә уҡырға ғына йөрөргә тейеш тигән фекерҙә.

 

Сығанаҡ: Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

Автор:
Читайте нас