

Стартапҡа грант ярҙамы алып, инновацион проектҡа етәкселек итергә була
Быны нисек тормошҡа ашырырға? Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды 2023 йылдың 3 апреленә тиклем «Университеттарҙың технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы» федераль проекты сиктәрендә студент стартаптары конкурсына ғаризалар ҡабул итә.
Нимә көтөлә? 1500 еңеүсенең һәр береһе үҙ проектын үҫтереүгә 1 миллион һум аҡса аласаҡ. 12 ай эсендә конкурсҡа ебәрелгән заявкала билдәләнгән һөҙөмтәләргә өлгәшергә кәрәк.
Конкурстың тематикалары:
һанлы технологиялар
медицина һәм сәләмәтлек
яңы материалдар һәм химик технологиялар
яңы приборҙар һәм етештереү технологиялары
биотехнологиялар
ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыусы энергетика
креатив индустриялар
Конкурста ҡатнашыу хаҡы - 0 һум
Конкурста кемдәр ҡатнаша ала? Конкурста юғары уҡыу йорттарының Рәсәй гражданлығы булған һәм Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды менән әлеге көндә килешеүҙәре булмаған юғары уҡыу йорттары студенттары (аспиранттар ҙа) ҡатнаша ала («УМНИК» программаһының икенсе йылғы грант алыусыларынан тыш).
➡ Заявканы ошо сайтта бирергә мөмкин: https://fasie.ru/studstartup/
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан