МӘҒАРИФ
6 Февраль 2023, 06:41

Хәйбулла уҡытыусыларына етеүселәр булманы!

  

Хәйбулла уҡытыусыларына етеүселәр булманы!Хәйбулла уҡытыусыларына етеүселәр булманы!
Хәйбулла уҡытыусыларына етеүселәр булманы!

4 февралдә Урал аръяғының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, колледж уҡытыусылары, милли мәктәптәр директорҙары һәм педагогтары өсөн "Мәғариф - ул беҙ!" стратегик сессияһы үтте.  Милли мәктәптәр мәғарифтың көнүҙәк йүнәлештәрен яҡтыртыусы проект сессияһында ҡайнаны. Башҡорт телен балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, колледждарҙа уҡытыусылар эшлекле әңгәмәлә фекер алыштылар, Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге белгестәре, бөтә Рәсәй һәм республика профессиональ конкурстарында еңеү яулаған алдынғы уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең мастер-кластарында иң яҡшы практикалар менән таныштылар. Сараның йомғаҡлау өлөшөндә Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары, Cибай ҡалаһы уҡытыусылары һәм директорҙары командалары үҙҙәренең эш системаһын презентацияланылар. 5 команда араһында Хәйбулла  районы уҡытыусыларына етеүсе булманы. Һәр кем үҙ урынында үҙ эшен тырышлыҡ, намыҫ менән башҡарғанда, рухлы, туған телен яҡшы белгән балалар әҙерләгәндә халҡыбыҙҙың киләсәге өмөтлө булыр!

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас