МӘҒАРИФ
6 Февраль 2023, 04:11

Бүребайҙа хәрби-спорт уйындары гөрләне

   

Бүребайҙа хәрби-спорт уйындары гөрләнеБүребайҙа хәрби-спорт уйындары гөрләне
Бүребайҙа хәрби-спорт уйындары гөрләне

Оборона-масса һәм хәрби-патриотик эштәр айлығы сиктәрендә районда төрлө саралар үткәрелә. Бүребай ауылы мәктәбе ихатаһында күк һәм йәшел армиялар осрашты. Легенда буйынса ике армия ла үҙ маршруттары буйынса барғанда финал алышында осрашырға тейеш. Һәр армияның командиры, айырмалы билдәләре һәм байрағы булды. Юлда ҡатнашыусыларҙы төрлө һынауҙар: һаҙлыҡ, атыу, миналарҙы алыу, беренсе ярҙам күрһәтеү һәм финалдағы алыш -  канат тартыу көтә ине! Маршрут буйлап 10-сы һәм 11-се кластарҙың тыныслыҡ урынлаштырыусы уҡыусылары (уйынды ойоштороусылар) оҙатып йөрөнө. "Зарница" уйыны мауыҡтырғыс, ә иң мөһиме уҡыусыларҙың сәләмәтлеге өсөн файҙалы булды! 

Бүребайҙа хәрби-спорт уйындары гөрләне
Бүребайҙа хәрби-спорт уйындары гөрләне
Бүребайҙа хәрби-спорт уйындары гөрләне
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас