МӘҒАРИФ
2 Февраль 2023, 11:27

Үҙ һөнәренең оҫталары билдәләнде

 “Йыл уҡытыусыһы” район бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнде

Үҙ һөнәренең оҫталары билдәләндеҮҙ һөнәренең оҫталары билдәләнде
Үҙ һөнәренең оҫталары билдәләнде

Районда иң яҡшы һәм талантлы уҡытыусыларҙы асыҡларға ярҙам иткән, педагог һөнәренең имиджын күтәргән был конкурс йыл да уҙғарыла һәм иң-иңдәрҙе асыҡлай.
Быйылғы бәйгелә 12 мәктәптән 20 педагог ҡатнашып, финалға 10 уҡытыусы үтте. Улар “Йыл уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булыу өсөн көс һынашты.

Шулай итеп,  “Йыл педагогы-2023”  бәйгеһендә - Аҡъяр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өҫтәмә белем биреү педагогы Илфат Баҡтыбаев, “Булмыш” бәйгеһендә - Һамар мәктәбе уҡытыусыһы Мария Пикалова, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”  бәйгеһендә Подольск мәктәбе уҡытыусыһы Дарья Янушкина еңеү яуланы.

“Йыл уҡытыусыһы -2023” район бәйгеһенең абсолют еңеүсеһе булып  1-се Аҡъяр мәктәбе уҡытыусыһы Альбина Баҡтыбаева танылды.

Бәйге еңеүселәренә һәм ҡатнашыусыларға грамоталар, аҡсалата сертификаттар тапшырылды.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас