

Айлыҡ сиктәрендә Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда йәш армеецтар менән батырлыҡ дәресе үтте. Сара балаларҙы һәм йәштәрҙе тарихи, мәҙәни һәм рухи мираҫҡа йәлеп итеү, уҡыусыларҙа шәхси сифаттар булдырыу маҡсатында уҙғарылды. Йәш армеецтар алдында урындағы бүлексә штабы начальнигы Таһир Ишемғолов, шулай уҡ хәрби хеҙмәт ветерандары: координацион совет рәйесе Салауат Юлдашбаев, ГСВГ ветерандары рәйесе Нурғәли Мөхәмәтйәров, Һауа-десант һәм махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр ветерандары рәйесе Денис Юлдашбаев сығыш яһаны.