

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә Өфө ауылы мәктәбендә модулле аҙыҡ-түлек блогы төҙөлөүе тураһында яҙа.
"Объектты төҙөүҙә “Башҡорт баҡыры” сәнәғәт предприятиеһы финанс ярҙам күрһәтә.Әйткәндәй, районда сәнәғәт предприятиелары менән берлектә төҙөгән объекттар бихисап. Шул иҫәптән, Өфө ауыл биләмәһе территорияһында ла", тип яҙа Рөстәм Динислам улы.
Фото һәм текст Рустам Шарипов алынды