Бөгөн Бүребай ауылы мәктәбе базаһында "Федераль төп дөйөм белем биреү программаларын индереү үҙенсәлектәре тураһында" темаһына семинар үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, республиканың Мәғарифты үҫтереү институты вәкилдәре, райондың Мәғариф идаралығы методистары, белгестәре, белем биреү ойошмалары етәкселәре, директор урынбаҫарҙары, предмет уҡытыусылары ҡатнашты.
Семинар мәктәп буйлап экскурсиянан башланды, унда уҡыусылар дәрестән тыш эшмәкәрлек тураһында ентекле һөйләне. Һуңынан сарала ҡатнашыусылар күргәҙмәгә ҡуйылған район мәктәптәрендәге өҫтәмә белем менән танышты. Киләһе өлөшө секция эштәренә арналды. Пленар өлөштә муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашты. Ултырышта 7 һорау ҡаралды. Һүҙ федераль төп дөйөм белем биреү программаларын индереү үҙенсәлектәре, "Рәсәй Мәғариф министрлығы мәктәбе" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә заманса мәктәптең берҙәм белем биреү киңлеген проектлау, мәктәптә функциональ белемлелекте формалаштырыу һәм баһалау хаҡында барҙы. "Уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙең берҙәм маҡсатлы процесын булдырыу аша һәр баланың уңышына" тигән тема ҡуҙғатылды, ә 2-се Аҡъяр мәктәбенең директоры Нияз Рыҫҡолов Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын (ГИА) тапшырыу өсөн предметтарҙы аңлы рәүештә һайлау маҡсатында белем биреү киңлеген индивидуалләштереү һәм профилләштереү менән таныштырҙы. Сарала бик күп файҙалы мәғлүмәт яңғыраны. Һәр ҡатнашыусы үҙенең һорауҙарына яуап алды.