МӘҒАРИФ
13 Ғинуар 2023, 13:03

Хәйбулланың белем биреү ойошмаларында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты хөрмәтләп иҫкә алдылар

               

Хәйбулланың белем биреү ойошмаларында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты хөрмәтләп иҫкә алдыларХәйбулланың белем биреү ойошмаларында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты хөрмәтләп иҫкә алдылар
Хәйбулланың белем биреү ойошмаларында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты хөрмәтләп иҫкә алдылар

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты менән бәхилләштеләр. Шуның менән бәйле Хәйбулла районының белем биреү ойошмаларында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты хөрмәтләп иҫкә алдылар. Мәктәптәрҙә "М.Ғ. Рәхимов - Башҡортостан Республикаһының беренсе президенты" темаһына класс сәғәттәре уҙҙы. 89-сы йәшендә Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов арабыҙҙан китте. Уның менән тотош бер дәүер китә. Уҡыусылар биографияның төп факттары, уның Башҡортостан үҫешенә индергән тос өлөшө менән танышты, шулай уҡ республиканың беренсе Президенты тураһында видеофильм ҡараны, артабан әңгәмәләшеүҙә әүҙем ҡатнашты. Хәйбулла районында Мортаза Рәхимов бер нисә мәктәп, шул иҫәптән Йәнтеш һәм Бүребай ауылдарында мәктәптәр асты.

Хәйбулланың белем биреү ойошмаларында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты хөрмәтләп иҫкә алдылар
Хәйбулланың белем биреү ойошмаларында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты хөрмәтләп иҫкә алдылар
Хәйбулланың белем биреү ойошмаларында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты хөрмәтләп иҫкә алдылар
Хәйбулланың белем биреү ойошмаларында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты хөрмәтләп иҫкә алдылар
Автор:Гөлназ Ибраһимова, "Беҙ бергә" медиаүҙәге етәксеһе
Читайте нас