МӘҒАРИФ
13 Ғинуар 2023, 14:55

Хәйбулла уҡыусылары башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала юғары уңыштарға өлгәште

      

Хәйбулла уҡыусылары башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала юғары уңыштарға өлгәштеХәйбулла уҡыусылары башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала юғары уңыштарға өлгәште
Хәйбулла уҡыусылары башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала юғары уңыштарға өлгәште

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадаһының йомғаҡлау этабы уҙҙы. Ҡышҡы каникулдың һуңғы көндәрендә баш ҡалабыҙҙың Р. Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика интернат-гимназияһында туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт дәүләт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаһының юғары туры уҙҙы. Бәйгелә республика мәктәптәренән һәм күрше өлкәләрҙән ижади фекерләгән, йөрәгендә башҡорт теленә ҡарата тәрән ихтирам һәм һөйөү йөрөткән рухлы балалар йыйылды. Был мәртәбәле бәйгелә беҙҙең райондан Оло Әбеш, Мәмбәт, Татыр-Үҙәк, Йәнтеш, Һамар, Бүребай, 2-се Акъяр мәктәптәренән 10 уҡыусы ҡатнашты. Һөҙөмтәлә 1 еңеүсе, 4 призер һәм 1 номинант!

Автор:Гөлназ Ибраһимова, "Беҙ бергә" медиаүҙәге етәксеһе
Читайте нас