

Ҡыш, бигерәк тә бөгөнгө кеүек һалҡын осор, ҡоштар өсөн ауыр ваҡыт.
Ас ҡошсоҡтар һыуыҡты ауыр кисерә. Шуға күрә Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары “Ҡыштарҙы ҡышын ашат” тип аталған экологик акцияға ҡушылды. Балалар атай-әсәйҙәре менән бергәләп тағараҡтар эшләне. Улар ҡоштар тураһында хәстәрлек күреп, ҡанатлы дуҫтары менән аралашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалдылар.