

--Ҡышҡы оҙайлы каникулда беҙ Яңы йыл ғаилә байрамдарында һәм Ҡыш бабай менән үткәрелгән сараларҙа ҡатнаштыҡ. Был күңелле саралар Мәмбәт ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрелде. Байрамдарҙа атай-әсәйҙәр ҙә, башланғыс кластар уҡыусылары ла ҡатнашты. Барыбыҙға ла бик оҡшаны,--тип яҙа Фәриҙә Кәипова.