МӘҒАРИФ
10 Ғинуар 2023, 17:54

1-се Аҡъяр мәктәбендә уҡыусылар Иштуған Ишемғолов менән осрашты

Ә кем ул Иштуған? Был турала түбәндәге һылтанма аша инеп уҡығыҙ!

1-се Аҡъяр мәктәбендә уҡыусылар Иштуған Ишемғолов менән осрашты1-се Аҡъяр мәктәбендә уҡыусылар Иштуған Ишемғолов менән осрашты
1-се Аҡъяр мәктәбендә уҡыусылар Иштуған Ишемғолов менән осрашты

1-се Аҡъяр мәктәбендә ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған, ә хәҙер РФ милли гвардия ғәскәрҙәренең армия генералы И.К.Яковлев исемендәге  Новосибирск хәрби  Жуков ордены  институты  курсанты Иштуған Ишемғолов менән осрашты.

Иштуған уҡыусыларға хәрби институтҡа уҡырға инеү шарттары, хәрби һөнәрҙең өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Профориентацияға бәйле осрашыуҙа курсант  уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, ни өсөн хәрби һөнәрҙе һайлауы тураһында һөйләне, шулай уҡ  илһөйәрлек һәм гражданлыҡ бурыс тураһындағы теманы күтәрҙе.

--Яҡшы офицер һәм белгес булыр өсөн ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә, ихтияр көсө тәрбиәләргә, спорт менән шөғөлләнергә кәрәк. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, сынығығыҙ,--тине Иштуған мәктәп уҡыусыларына.

Дильбар Искужина

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас