

Бүребай мәктәбендә йәш армеецтар хәрәкәте активистарын бүләкләү тантанаһы үтте. Сарала йәмәғәт ойошмаларының координация советы рәйесе Салауат Юлдашбаев, ГСВГ ветерандар союзы рәйесе Нурғәли Мөхәмәтйәров һәм "Юнармия"ның урындағы бүлексәһе штабы начальнигы Таһир Ишемғолов ҡатнашты. Районда йәш армеецтар хәрәкәте 2017 йылда эшләй башланы. Хәйбуллала йәмғеһе 500-ҙән ашыу уҡыусы ошо хәрәкәттә ҡатнаша, шуларҙың 130-ы Бүребай мәктәбендә уҡый.