МӘҒАРИФ
31 Декабрь 2022, 06:57

Оҫта ҡулдар тыуҙырған мөғжизә

"Ҡышҡы мөғжизә" район бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Конкурс эштәренән Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда яңы йыл күргәҙмәһе ойошторолған.

Оҫта ҡулдар тыуҙырған мөғжизәОҫта ҡулдар тыуҙырған мөғжизә
Оҫта ҡулдар тыуҙырған мөғжизә

Ағымдағы йылдың 20 декабренән 30-ына тиклем Аҡъяр ауылының Балалар ижады йорто ойошторған "Ҡышҡы мөғжизә" муниципаль конкурсы уҙҙы. Ижади конкурс "Йыл символы", "Тыуған еремдең ҡышҡы мөғжизәләре" темалары буйынса йәш төркөмө буйынса уҙғарылды.  Жюри райондың 15 мәктәбенән 92 эште ҡараны. Быйыл мәғариф ойошмалары филиалдары әүҙем ҡатнашыуы айырыуса ҡыуандыра.  Конкурс эштәренән Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда яңы йыл күргәҙмәһе ойошторолған. 

Оҫта ҡулдар тыуҙырған мөғжизә
Оҫта ҡулдар тыуҙырған мөғжизә
Оҫта ҡулдар тыуҙырған мөғжизә
Оҫта ҡулдар тыуҙырған мөғжизә
Оҫта ҡулдар тыуҙырған мөғжизә
Автор:Гөлназ Ибраһимова, "Беҙ бергә" медиаүҙәге етәксеһе
Читайте нас