

Ярыштарҙа Бүребай һәм Аҡъяр ауылы мәктәптәренең кадет һәм Шайморатов кластары уҡыусылары ҡатнашты. Улар уйындар башланыр алдынан Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын башҡарҙы.
Артабан көс, етеҙлек һәм сослоҡҡа ярыштар дауам итте. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Бүребай ауылы мәктәбе шайморатовсылары яуланы, икенсе урында - Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе кадеттары һәм өсөнсөлә - Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбенең "Патриоттар" командаһы. Бөтәгеҙҙе лә ҡотлайбыҙ!!