МӘҒАРИФ
22 Декабрь 2022, 10:44

Хәйбулла уҡыусылары - баш ҡалалағы шыршы байрамында!

Декабрҙең һуңғы көндәре – мөғжизәләр һәм әкиәттәр осоро. Бөгөн Өфөлә бөтә республика балалары өсөн Шыршы байрамы ойошторолдо. Унда Аҡъяр, Бүребай, Подольск, Ивановка, Атингән һәм Степной мәктәптәрендә белем алған 8 уҡыусы ҡатнашты.

Хәйбулла уҡыусылары - баш ҡалалағы шыршы байрамында!Хәйбулла уҡыусылары - баш ҡалалағы шыршы байрамында!
Хәйбулла уҡыусылары - баш ҡалалағы шыршы байрамында!

Бөгөн Өфөлә бөтә республика балалары өсөн Башҡортостан Башлығы шыршыһы үтте. Сараға 780 уҡыусы килгән. Республика шыршыһында һигеҙ Хәйбулла кешеһе лә ҡатнашты.  Хәйбулла районы делегацияһы составына Аҡъяр, Бүребай, Подольск, Ивановка, Антинган һәм Степной ауылдарынан уҡыусылар инде. Яңы йыл байрамы программаһы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтте. Егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн театрлаштырылған тамаша, шулай уҡ әкиәт персонаждары һәм йәнһүрәт геройҙары менән осрашыу, фотоссесия ойошторолдо. Һәр йәш тамашасыға яңы йыл бүләге: йомшаҡ уйынсыҡ, тәм-том һәм «Әкиәт яланында» китабы менән рюкзак тапшырылды.

 

Хәйбулла уҡыусылары - баш ҡалалағы шыршы байрамында!
Хәйбулла уҡыусылары - баш ҡалалағы шыршы байрамында!
Хәйбулла уҡыусылары - баш ҡалалағы шыршы байрамында!
Автор:Гөлназ Ибраһимова, "Беҙ бергә" медиаүҙәге етәксеһе
Читайте нас